1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2021 Просмотров: 40
#Башҡорт_теле_көнө
#СулпыларИҫкеСибай

Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы, "Сулпылар" балалар баҡсаһында бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар үтте.
14 декабрь Өлкәндәр төркөмөндә ”Башҡорт теле- дуҫлыҡ теле” исемле сарала уҙған быуатта уҡ халҡыбыҙҙы яҡтылыҡҡа, белем алырға өндәгән бөйөк шәхесебеҙгә дан йырланды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сара бер кемде лә битараф ҡалдырманы.