1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Февраль 21, 2022 Просмотров: 44
#СулпыларИҫкеСибай
#ДеньРодногоЯзыка
#ТуғанТелКөнө
1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала һәм ул 2000 йылдың февраленән билдәләнә башлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ер шарындағы 6700 телдең яртыһына юғалыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 21 февраль-Халыҡ-ара туған тел көнө тип билдәләнә. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған һәм "Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә шул әһәмиәттән туған телдә матур сара үткәрҙеләр.