1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Өлкәндәр төркөмөндә милли кейем көнө

Өлкәндәр төркөмөндә милли кейем көнө

Сентябрь 10, 2022 Просмотров: 56
#СулпыларИҫкеСибай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#Деньнациональногокостюма2022
#МиллиКейем2022
#ҒайсароваЛәйсәнСәлихҡыҙы
Башҡортостанда 100 ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта, һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы,йолалары, милли кейемдәре.Милли кейем көнө - тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинселеген бирә,үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата.
      Милли кейем ул сит милләттәр өсөн - халҡыбыҙҙың визит карточкаһы.Шул уҡ ваҡытта зауыҡлы, әҙәпле, йыһан серҙәрен үҙенә йыйған ата- бабалар ҡомартҡыһы һәм мираҫы итеп һаҡлаған милли кейемебеҙ йәш быуын вәкилдәрендә Тыуған ил өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла уята.