1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Әсәйҙәр көнө

Әсәйҙәр көнө

Ноябрь 27, 2022 Просмотров: 133
#СулпыларИҫкҽСибай
#АйгульРафаиловнаБатталова
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Был аҙна “Әсәкәйем - күҙ нурым"темаһына бағышланды.

" Сулпылар" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн был аҙна әсәйҙәр көнөнә арналды.
Тәрбиәселәр балаларҙы әсәйҙәр көнө менән яҡындан таныштырҙылар. Балалар аҙна буйы әсәйҙәр, өләсәйҙәр тураһында шиғырҙар, йырҙар өйрәнделәр. Иң яҡын кеше әсәй тураһында хикәйәләр төҙөнөләр. Рәсем эшмәкәрлегендә әсәләренең портретын, өләсәйҙәргә сәскә гөлләмәһен һүрәтләнеләр, пластилинды әүәләп сәскәләр эшләнеләр, үҙ ҡулдары менән төҫлө ҡағыҙҙы йәбештереп ҡотлау открыткалары яһанылар. Был аҙна емешле, йөкмәткеле һәм күңелле үтеп китте.