1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Яҙгөл"халыҡ фольклор -бейеү ансамбле инәйҙәре беҙҙә ҡунаҡта

"Яҙгөл"халыҡ фольклор -бейеү ансамбле инәйҙәре беҙҙә ҡунаҡта

Декабрь 15, 2022 Просмотров: 115
#башҡорттелекөнө
#деньбашкирскогоязыка
#СулпыларИҫкеСибай
#ИсмагиловаВенераМуллаәхмәтҡыҙы
#ҒайсароваЛәйсәнСәлихҡыҙы
  Башҡорт теле аҙналығын дауам итеп " Йәйғор" төркөмөндә ауылыбыҙҙың "Яҙгөл" халыҡ фольклор-бейеү ансамбле инәйҙәре һәм беҙҙең балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар тәрбиәсе булып эшләп киткән ветерандарыбыҙҙы Руфина Лотфулла ҡыҙын һәм Әлфиә Ғәббәс ҡыҙын халыҡ ижады серҙәренә балаларҙы өйрәтергә саҡырҙыҡ. Улар балаларға башҡорттарҙың көнкүреше, ғаилә традициялары, байрамдар, башҡорт милли кейеме үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әйтте. Көмөш тәңкәләре сыңлап торған милли кейемдәрҙәге инәйҙәрҙе төрлө конкурстарҙа, күргәҙмәләрҙә, концерттарҙа, телевидение тапшырыуҙарында, хәйриә акцияларында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм халыҡ йыйындарында осратырға була, уларға ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Милли кейем һәр ҡатын-ҡыҙға ла килешә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.Башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, туған телебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, башҡорт милли кейемдәребеҙҙе өйрәнәйек , ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға ҡалдырайыҡ тигән маҡсат менән үтте был осрашыу. Беҙҙең балалар баҡсаһына ваҡыттарын йәлләмәй килгән инәйҙәребеҙгә оло рәхмәттәребеҙҙе белгертәбеҙ . Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ -ҡыуаныстарға бай аяҙ көндәр,оҙон ғүмер,балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен күреп,уларҙың уңыштарына һөйөнөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.