1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Ағинәйҙәр менән осрашыу...

Ағинәйҙәр менән осрашыу...

Декабрь 16, 2022 Просмотров: 116
#башҡорттелекөнө
#деньбашкирскогоязыка
#СулпыларИҫкеСибай
#ИсмагиловаВенераМуллаәхмәтҡыҙы
#ҒайсароваЛәйсәнСәлихҡыҙы
Элек-электән тормошобоҙҙа ағинәйҙәр һәм аҡһаҡалдар һүҙе ҙур әһәмиәткә эйә. Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән дә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәйҙәр кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Ата-бабаларыбыҙҙың тәрбиә мәктәбен аяҡҡа баҫтырыусы- ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, изге аманат – халыҡ ижадын, милли йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, таратыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында башҡорт теле аҙналығын йомғаҡлап "Йәйғор" төркөмө балаларына ҡунаҡҡа килделәр. Күңел йылыһы һалынған, күҙ нурҙары түгелгән эштәре менән таныштырып беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙың оҫталығын йәнә бер тапҡыр дәлилләне. Ауылыбыҙ ағинәйҙәр ҡорона оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә тыныс тормош, эшегеҙҙә уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға өйрәтәйек. Шул ваҡытта ғына Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атасаҡ.