Һаулыҡты һаҡлау көнө
Февраль 17, 2023
Просмотров: 109
Спорт – ул һаулыҡ,
Спорт – татыулыҡ,
Спорт – ул йәшәү нигеҙе.
Спорт бәйгеһе берләштерә,
Беҙҙең ғаиләләрҙе!
Һәр ғаиләнең матурлығы, бәхете - татыулыҡта, бер-береңде аңлап, тормоштан кинәнес табып йәшәүҙәлер. Маҡтауға, хөрмәт-ихтирамға лайыҡ ғаиләләр бихисап. Ә уларҙың спорт менән дуҫ булыуҙары, сәләмәт тормош алып барыуҙары икеләтә ҡыуаныс.
"Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә һәм "Сулпылар" балалар баҡсаһының йыллыҡ планына ярашлы ғаиләләрҙә спортҡа һөйөү үҫтереү, сәләмәт тормош һәм спортты пропагандалау маҡсатында 16 февраль Иҫке Сибай "Сулпылар" балалар баҡсаһында «Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә» исеме аҫтында ҡышҡы спорт уйындары үткәрелде.
Был сарала Ғәббәсовтар, Хөсәйеновтар, Әбсәләмовтар, Аҫылғужиндар, Исчуриндар, Сыңғыҙовтар, Хурамшиндар, Утарбаевтар ғаиләһе ихлас ҡатнаштылар.
Балалар ҙа, ата-әсәләрҙә был ярышта үҙҙәренең көстәрен, дуҫлыҡтарын,татыулыҡтарын һынанылар, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.
Әлбиттә һәр ярышта еңеүсе лә еңелеүсе лә була, тик беҙҙең сарала барыһы ла ЕҢЕҮСЕ!!! ДУҪЛЫҠ - ЕҢЕҮСЕ!!!
Шулай берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп, һау сәләмәт, тәрбиәле, эшһөйәр балалар үҫтерәйек, киләсәгебеҙҙе бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ.