8 март-халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар байрамы
Март 7, 2023
Просмотров: 303
Әсәйҙәр байрамы етте,
Һигеҙенсе март бөгөн.
Йылмайған ҡояш яҡтырта
Илемдең аяҙ күген.
Иң тәүге нәфис сәскәләр
Әсәйҙәр өсөн үҫкән.
Яҙғы моңдар, таңғы нурҙар
Шул сәскәләргә күскән.
Юҡ әсәнән бөйөгөрәк,
Изге, ҡәҙерле исем.
Шуға әсәйҙәр байрамы –
Байрам бөтәбеҙ өсөн.
(Г.Юнысова)
Тәбиғәттең яҙғы үҙгәреш кисергән бер мәлендә гүзәл заттарҙың иң күркәм байрамы - 8 март, Халыҡ - ара ҡатын - ҡыҙҙар көнөн билдәләп үтәбеҙ.
Яҙғы ҡояш нурына күмелгән әлеге байрамда мөхәббәт, матурлыҡ, әсә наҙы, яғымлылыҡ, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлек, сабырлыҡ,ҡатын - ҡыҙға ихтирам кеүек мәңгелек ҡиммәттәр сағылыш таба.
"Сулпылар" балалар баҡсаһы кескәйҙәре лә 8 март байрамы уңайынан иң ҡәҙерле кешеләрен - әсәйҙәрен,өләсәйҙәрен, апайҙарын ҡотлап бик матур, сағыу, күңелле иртәлектәр үткәрҙеләр.
Балалар әсәйҙәренә бағышлап йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр, күбәләктәй осоп бейеп тә алдылар.
Әсәйҙәр ҙә байрамды күҙәтеп кенә ҡалманылар, үҙҙәренең оҫталыҡтарын, отҡолоҡтарын күрһәтеп төрлө ярыш - уйындарҙа ҡатнаштылар.
Байрам һуңында балалар бар күңел йылыһын һалып әҙерләгән ҡотлау открыткаларын ҡәҙерлеләренә бүләк иттеләр.
8 март байрамына арналған иртәлектә әсәйзәр балаларының күңел йылыһын тойоп, шат йөҙҙәрен күреп ҡыуанып, тәбиғәт уянған мәлгә тап килгән байрам тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалдырһын.