1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Ҡумыҙымдың ҡылдары"

"Ҡумыҙымдың ҡылдары"

Март 16, 2023 Просмотров: 28
"Ҡумыҙымдың ҡылдары"
Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡумыҙсы - виртуоз Рафикова Дилара Мөхитдин ҡыҙы.
Дилара Мөхөтдин ҡыҙы тәүҙә ҡумыҙ төрҙәре менән таныштырып үтте. Ағас ҡумыҙ. Ул ҡайын, ҡарағай, саған ағасынан эшләнә. Бер яҡ осона еп беркетелә, шул ептән тартҡанда көй сыға. Билдәле булыуынса, ер шарының 150 илендә ҡумыҙ сәнғәте йәшәй: Алтайҙа Варган, Белорусияла Дымбра, Вьетнамда Дан Мои.....тип йөрөтәләр икән. Әйтеп үтелгән ҡумыҙ төрҙәренең : ағас ҡумыҙ; ҡумыҙ; Варган; Дан мои менән таныштырҙы.
Балаларға оҫта ҡумыҙсы - тамсы тамған, ат тояҡтары тупылдаған, сылтырап аҡҡан йылға тауышын , хатта ҡоштар һайрауын да ишеттереп күрһәтте. " Ете ҡыҙ", "Әпипә", "Төш һылыуым" ; "Эх, яблочко " - көйҙәрен ҡумыҙ ҡылдарында яңғыратты.
Барыбыҙҙы ла хайран ҡалдырып "Тыуған ауылым" йырын йырлап , шул уҡ ваҡытта ҡумыҙҙа уйнап та күрһәтте.
Балалар ҡыҙыҡһынып, иғтибар менән тыңланылар. Ҡумыҙҙы тотоп ҡарап , уйнап та ҡаранылар..
Балаларға изге, йылы теләктәрен теләп, өгөт - нәсихәттәрен дә әйтте. Бик файҙалы, фәһемле осрашыу үтеп китте.