1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Асыҡ дәрестәр күрһәтеү дауам итә...

Асыҡ дәрестәр күрһәтеү дауам итә...

Март 31, 2023 Просмотров: 51
#ДетскийСадСулпыларИҫкеСибай
#ГруппаЛяйсан
#АсылгужинаГульназФазулловна
Үтеп киткән аҙна "Сулпылар" балалар баҡсаһы тормошонда төрлө хәл-ваҡиғаларға бай булды.
Аҙна психолог- Әбсәләмова Гүзәл Азамат ҡыҙының өлкәндәр төркөмөндә бай йөкмәткеле "Яҙғы урманға сәйәхәт" тип исемләнгән асыҡ эшмәкәрлеген ҡарау менән башланып китте. Балалар ҡыҙыҡһынып, әүҙем ҡатнаштылар, бар эштәрҙе лә яратып башҡарҙылар. Теманы аңлауҙарын иҫбатлап, эшмәкәрлек аҙағында матур итеп һүрәттәр ҙә төшөрөп ҡуйҙылар!
Аҙна уртаһында тәрбиәсебеҙ - Аҫылғужина Гөлназ Фазулла ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһына (ГДОприМОАУООШ5гБаймак) кесе һәм уртансы төркөм тәрбиәселәренең методик берләшмәһенә барып, коллегалары менән традицион булмаған һүрәт төшөрөү техникалары ярҙамында эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алып ҡайтты.
Шулай уҡ өлкән тәрбиәсебеҙ - Хөсәйенова Фәниә Вилүр ҡыҙы ла кесаҙна Баймаҡ ҡалаһына өлкән тәрбиәселәр ултырышына барып ҡыуаныслы хәбәрҙәр алып ҡайтты: ниһайәт, 2022 йылдың аҙағында үткәрелгән "Әкиәтле һандыҡ" тип аталған район конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды! Уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Иҙрисова Йәнгүзәл 1 УРЫН (етәксеһе: Аҫылғужина Г.Ф.), 2-се кескәйҙәр төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Зәйнуллина Йәсминә 3 УРЫНға (етәксеһе: Батталова А.Р.) лайыҡ булдылар! АФАРИН! Ҡотлайбыҙ!
Аҙнабыҙ мәктәпкә әҙерлек төркөмө балаларының сығарылыш альбомына матур, сағыу фотоға төшөүе һәм коллективтың 2023 йылда тәүге өмәгә дәррәү генә сығыуы менән тамамланып ҡуйҙы!