Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу.
Апрель 20, 2023
Просмотров: 49
Быйыл 20 -се апрель халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы үткәрелде. Беҙҙең балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнашты.
Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.
Туған тел
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
Минира Биканасова
Башҡорт балаһына үҙ телендә белем биреү, телгә һөйөү уятыу беҙҙең төп бурысыбыҙ булып тора.
Туған тел
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.
Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.
Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем...
Минира Биканасова