1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Республика көнө менән!

Республика көнө менән!

Октябрь 13, 2023 Просмотров: 23
Был аҙнала " Сулпылар" балалар баҡсаһында Республика көнөн ҡаршылап, атайҙар байрамын билдәләп үтте.
9 октябрь көнө аҙна башы, фойела : утрансы - "Йәйғор"; өлкәндәр - "Ҡояшҡай'; логопед - " Ҡурай"; мәктәпкәсә әҙерлек - " Бал ҡорто " төркөм балалары йыйылып, Рәсәй Федерацияһының( РФ); Башҡортостан Республикаһының ( РБ) гимндарын тыңлап, өлкәндәр төркөмөнән Исчурина Айгүзәл, Аҡтаев Ғайсар флагтарҙы (РФ, РБ) күтәрҙеләр.

10 октябрь көнө " Минең төбәгем Башҡортостан" - ижади конкурсына йомғаҡлау яһалды. Ижади конкурста ҡатнашыусылар почет грамоталары, бүләктәр менән бүләкләнделәр.
Әйтеп үтер кәрәк, ҡул эштәре шул тиклем зауыҡлы, ижади, төрләндереп эшләнгән. Ата - әсәләргә РӘХМӘТ !
Шулай уҡ 10 октябрь көнө мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә, музыка етәксеһе Һиҙийәтова Регина менән берлектә " Башҡортостан - илгенәм" - тигән музыкаль сара булып үтте.
Һәр бер төркөмдә балалар дәүләт символдары, аҙналыҡ темаһына ярашлы төрлө ҡул эштәре, башҡорт халҡының тормош - көнкүреш әйберҙәре, милли кейем, башҡорт халҡының аш - һыуҙары менән танышып белемдәрен камиллаштырҙылар.
15 октябрь көнө Рәсәйҙә - атайҙар көнө билдәләнеп үтәсәк.
Ғаилә терәге - ир - ат, атай кеше. Беҙҙең башҡорт халҡында борондан атай кеше - ғаилә башлығы итеп, уға ҙур ихтирам, оло хөрмәт менән ҡарағандар, был бөгөнгө көндә лә шулай ҡала бирә.
13 октябрь көнө, мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөндә " Иң яҡшыһы минең атайым! " - тигән физик сара үтте.
Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү; атайҙарыбыҙға ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүсе аҙналыҡ балалар күңелендә онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырыр тип ышанабыҙ.