Тәрбиәсе Биҡҡолова Р.О. коллегалары менән үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты
Ноябрь 10, 2023
Просмотров: 45
Был аҙнала " Сулпылар" балалар баҡсаһында аҙна башында фойела өлкән төркөмдәр араһында балалар йыйылып Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан республикаһының гимндарын тыңлап Аҫылгужин Инсаф һәм Байбулова Амалия флагтарҙы күтәрҙеләр.
Бөтә Рәсәй кимәлендә 3-8 ноябрҙә Ҙур этнографик диктант көндәре үтте.Был сарала беҙҙең ата -әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә ситтә тороп ҡалманылар ,әүҙем ,берҙәм булып ҡатнаштылар.
9 ноябрь көнө Сибай ҡалаһынан беҙҙең балалар баҡсаһына "Сулпан" театры килде. Балалар "Бука,бедный заяц" тигән спектакль ҡаранылар.Был сара балаларға оҡшаны,ихлас күңелдән ҡул сабып,ҡыуанып ҡаранылар."Сулпан" театрына артабан да эштәрендә уңыштар теләйбеҙ,тағы ла матур сығыштары менән көтөп ҡалабыҙ.
10 ноябрь көнө тәрбиәсе Биҡҡолова Р.О.тәрбиәселәр өсөн мастер класс үткәрҙе һәм үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Беҙҙең тәрбиәселәр Әбсәләмова Г.А. һәм Вәхитова Г.С. аттестация үтергә портфолио әҙерләйҙәр һәм беҙ уларға уңышлы атестация үтеүҙәрен теләп ҡалайыҡ.