1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. 14 декабрь - Башҡорт теле көнө!

14 декабрь - Башҡорт теле көнө!

Декабрь 14, 2023 Просмотров: 5
14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!
Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.

Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, яҡын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй.

Барығыҙҙы ла бай ҙа, яғымлы ла булған туған телебеҙ көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Теле барҙың – иле бар, тиҙәр. Ә башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға өйрәтәйек. Шул ваҡытта Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атасаҡ!