1 июня-День защиты детей!
Июнь 1, 2024
Просмотров: 7
#МеждународныйДеньзащитыдетей
#ХалыҡАраБалаларҙыЯҡлауКөнө
Баласаҡ иле
Ул илдә һәр кеше
Дуҫ йә туған,
Һәр үләне хәтфә,
Һәр япрағы— юрған.
Иртә- кисе ҡоштар һайрауына,
Йырға- моңға,
Наҙға- нурға тулған.
Унда көндәр оҙон,
Йоҡо тәмле,
Күбәләктәре ҙур,
Тауҙар бейек.
Һәр бер көнө
Мөғжизәгә тулы--
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек.
Был илдәме?
Иң көслөһө—атай,
Иң наҙлыһы— әсәй,
Иң иркәһе— яҙғы таң еле.
Йәнәшәлә генә
Шундай ил бар!
Их, бер генә ҡайтып кил ине.
Ул бит сихри бала саҡ иле
#ХалыҡАраБалаларҙыЯҡлауКөнө
Баласаҡ иле
Ул илдә һәр кеше
Дуҫ йә туған,
Һәр үләне хәтфә,
Һәр япрағы— юрған.
Иртә- кисе ҡоштар һайрауына,
Йырға- моңға,
Наҙға- нурға тулған.
Унда көндәр оҙон,
Йоҡо тәмле,
Күбәләктәре ҙур,
Тауҙар бейек.
Һәр бер көнө
Мөғжизәгә тулы--
Был матурлыҡ һис бер үтмәҫ кеүек.
Был илдәме?
Иң көслөһө—атай,
Иң наҙлыһы— әсәй,
Иң иркәһе— яҙғы таң еле.
Йәнәшәлә генә
Шундай ил бар!
Их, бер генә ҡайтып кил ине.
Ул бит сихри бала саҡ иле