1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Осенний бал в детском саду

Осенний бал в детском саду

Октябрь 25, 2024 Просмотров: 249
#МРБаймакскийрайон
#СулпыларСтарыйСибай
#Көҙбайрамы
"Сулпылар" балалар баҡсаһының барлыҡ төркөмдәрендә уңышлы, бай, сағыу биҙәкле көҙ миҙгеленә арналған күңел асыу саралары булып үтте. Байрам сараһына барыһы ла ныҡлы әҙерләнде. Балалар йырҙар, бейеүҙәр өйрәнде. Ата- әсәләр менән берлектә көҙгө байлыҡтан ҡул эштәре эшләне. Һәр төркөм, музыка залы тематикаға ярашлы биҙәлде. Байрам сараһында балалар Көҙһылыуға көҙ миҙгеленең матурлығын йыр-бейеүҙәр, шиғырҙар, йомаҡтар аша еткерҙеләр, уйындар уйнап иһә күңел астылар.
Көҙге урман бигерәк матур
Алтын төҫөнә кергән.
Ҡойолған hары япраҡтар
Балаҫ булып түшәлгән.

Ағастар яланғас ҡалғас
Күк төҫкә кергән урман.
Безелдәмәй бөжәктәр ҙә
Ҡоштар тауышы тынған.