1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. ППМИ-2024 Яңы уйын майҙансыҡлы булдыҡ

ППМИ-2024 Яңы уйын майҙансыҡлы булдыҡ

Декабрь 3, 2024 Просмотров: 533
Республикала "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһы уңышлы эшләп килә. Ул күп йылдар буйы ҡулы етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең бер ысулы булып тора. Был программа ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәгән халыҡҡа үҙ территорияларын төҙөкләндереү, уңайлыраҡ итеү мөмкинлеге бирә.Урындагы башланғыстарҙы яҡлау программаһында бик куп проблемалар араһында Иҫке Сибай "Сулпылар" балалар баҡсаһына уйын ҡорамалдарын алыуҙы хупланы..Балалар баҡсаһына йөрөүселәр көн һайын тышҡа уйнарға сыға. Был көн режимының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Саф һауа һәм хәрәкәт балаларҙың һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итеүсе төп фактор. Ә инде яңы уйын майҙансығы булдырылыу менән тыштағы уйындар тағы ла ҡыуаныслы һәм ҡыҙыҡлы буласаҡ. Программала ҡатнашыу йәһәтенән аңлатыу эштәре алып барылды, балалар баҡсаһы коллективы, инициатив төркөм, балалар һәм ата-әсәләр менән берлектә йыйылыштар, осрашыуҙар, үткәрелде, документтар әҙерләнде һәм  был программала еңеп сыкты. Бөтәһе 810 меңлек  уйын ҡорамалдары алынды, шул сумманың 10% йыйыуҙа ата-әсәләр ярҙамында башҡарылды.Эшҡыуарҙар Ҡотлоәхмәтова Гөлнара, Утарбаев Ильнар , Кусябаев Замир аҡсалата ярҙам иттеләр. Беҙҙең атайҙарыбыҙ ваҡыттарын йәлләмәй көн дә килеп ярҙам итеп,бетонлап нығытып та ҡуйҙылар.Сулпылар балалар баҡсаһы коллективы, ауыл хакимиәте исеменән һәр саҡ ярҙам итергә ашҡынып торған атайҙарыбыҙ Ҡадыров Рөстәм, Хыдыров Атаджан, Ерьесов Альмир, Солтанғужин Ильшат, Каипов Радмир,, Утяшев Ирик , Сайфитдинов Динис,, Хамитов Артем, Уметбаев Айгиз, Файзуллин Рөстәм, Ирназаров Динар, Ильясов Ильдус, Михайлов Артур, Байгулов Артур, Якшибаев Фанис, Горшенин Радик, Хасанов Тимур, Кутлугильдин Эльвир оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Беҙҙең бағымсыбыҙ трактор менән соҡор ҡаҙып биргән Р. С. Ғайсаровҡа ҙур рәхмәтлебеҙ.Форсаттан файҙаланып ошо эште атҡарып сығарыуҙа район хаҡимиәтенә,мәғариф бүлегенә,ауыл хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ!Программаны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән үҙ өлөшөн индергән баҡса коллективына,ата-әсәйҙәргә, ауыл халҡына, ойошмаларға рәхмәт һүҙен еткерәбеҙ.Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге,тыныс аяҙ күк йөҙө теләйем.Баҡсабыҙ ҙа шат балалар тауышы тынмаһын!