1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле көнө

Декабрь 14, 2024 Просмотров: 523
#СтарыйСибайСулпылар
#СулпыларИҫкеСибай
#ЕрьесоваНәфисәБайтимер ҡыҙы

Беҙҙең «Сулпылар» балалар баҡсаһында һәр дүшәмбе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының флагтарын күтәреү менән башланып китә. 
Был аҙнала флагты тантаналы рәүештә күтәреү хоҡуғы беҙҙең төркөм тәрбиәләнеүселәренә Исянов Данир һәм Биккулова Сафияға бирелде. 

Был аҙнала   төркөмдәрҙә, "Ҡыш етте"," Йорт хайуандары", "Яңы йыл" темаларына арналған дәрестәр үтте.
 "Башҡорт теленә" арналған республика семинарына, ата-әсәләр менән берлектә, ныҡлы әҙерлек башланды һәм яңы йыл иртәләренә йырҙар йырларға, бейеүҙәр өйрәнергә һәм шиғыр һөйләргә әҙерләнә башланылар.
14 декабрь башҡорт теле көнөн билдәләйбеҙ, беҙҙең төркөмдә башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп, йомаҡтар сисеп һәм шиғырҙар яттан һөйләп, аҙна бик, ҡыҙыҡлы, күңелле  үтеп китте.