1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Итоги недели с 16.12 по 20.12.2024 г

Итоги недели с 16.12 по 20.12.2024 г

Декабрь 20, 2024 Просмотров: 542
#СулпыларИҫкеСибай
#СулпыларСтарыйСибай
#ГруппаҠояшҡай
#АсылгужинаГульназФазулловна
Был аҙна һәр ваҡыттағыса  Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының флагтарын күтәреү менән башланып китте. 
Был юлы флагты тантаналы рәүештә күтәреү хоҡуғы "Ҡурай"төркөмө тәрбиәләнеүселәре- Байғужин Эмиль һәм Ибраһимов Инсарға бирелде.
Баҡсабыҙ балаларҙың иң яратҡан байрамдарының береһе-Яңы йыл байрамына әҙерләнеүен дауам итте. Ошо уңайҙан ойошторолған "Ҡышҡы әкиәт" конкурсына тәрбиәләнеүселәребеҙ ата-әсәләре менән берлектә эшләгән, күҙҙең яуын алып торған төрлө-төрлө әйберҙәр алып килде. Төркөмдәр, тәҙрәләр биҙәлде, ғөмүмән, баҡсабыҙ серле әкиәт донъяһына әүерелде. 
"Ҡурай" төркөмөндә "Ҡырағай хайуандар һәм уларҙың балалары", ә башҡа төркөмдәрҙә "Хуш киләһең, Яңы йыл!" тигән темаларға ярашлы дәрестәр, уйындар һәм төрлө саралар уҙғарылды. 
Был аҙнаның иң мөһим сараһы - ул 19 декабрь көнө Иҫке Сибай урта мәктәбендә үткән Урал аръяғының 9 муниципалитетын ДӘҮЛӘТ ТЕЛДӘРЕ ҺӘМ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХАЛЫҠТАРЫ ТЕЛДӘРЕ КОНЦЕПЦИЯҺЫН, «БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХАЛЫҠТАРЫ ТЕЛДӘРЕ ТУРАҺЫНДА» ЗАКОНЫН ТОРМОШҠА АШЫРЫУ БУЙЫНСА МУНИЦИПАЛЬ – АРА семинар. 
Ҡунаҡтарҙың бер өлөшө беҙҙең "Сулпылар" балалар баҡсаһында йыйылды. 
Рәсми өлөш башланыр алдынан башҡарылған балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең шиғырҙары, тәрбиәселәрҙең йырҙары, уртансылар төркөмөнөң дәртле парлы бейеүе, Айгүзәл Исчуринаның моңло йыры ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килеп, рухландырҙы, кәйефтәрен күтәрҙе.
Шулай уҡ, 1-се ҡатта оҫта ҡуллы ата-әсәләрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Өлкән һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре
 тәрбиләнеүселәренең "Аулаҡ өй" йолаһын оҫта, юғары кимәлдә сәхнәләштереүҙәрен ҡунаҡтар көслө алҡыштарға күмде. 
Артабан семинар эшлекле юҫыҡта аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән дауам итте. 
Шулай уҡ, беҙҙең кескәйҙәребеҙ "Башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән мәктәп сәхнәһенә сығып, республиканың төрлө төбәгенән килгән мәртәбәле ҡунаҡтарҙың һушын алды, рухландырҙы.
Аҙнабыҙ Яңы йыл иртәлектәренә әүҙем әҙерлек менән тамамланды.