1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Итоги недели с 10 по 14 марта

Итоги недели с 10 по 14 марта

Март 14, 2025 Просмотров: 69
#ГодЗащитникаОтечества2025
#ГосподдержкиучастноковСВО
#Подеда80
#СулпыларИҫкеСибай
#ҒайсароваЛәйсәнСәлихҡыҙы
Был аҙнала 10.03 - 14.03 булған ваҡиғалар:
10.03 - дәүләт символдарын уртансы төркөм балалары: Ирназарова Нурзилә менән Грошев Сергей тантаналы рәүештә күтәрҙеләр.
11.03 Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында, мөдирҙәр һәм өлкән тәрбиәселәр район методик кәңәшмәһе булып үтте. Кәңәшмәнең темаһына ярашлы балалар баҡсаһы һәм ғаиләнең уҙ - ара эшмәкәрлегендәге хәҙерге заман проблемалары, уларҙы хәл итеү алымдары асыҡланды.
13.03 - « Күбәләк» балалар баҡсаһында район күләмендә шашка буйынса турнир булып үтте. Турнирҙа беҙҙең мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнән:
Аҡтаев Гайсар - l урын (Ерьесова Н. Б);
Асылгужин Инсаф - lll урын -
( Асылгужина Г. Ф.);
Куланбаев Мөхәммәт- lll урын
(Ерьесова Н. Б)
яуланылар. Балаларға, етәкселәренә артабан да шулай мәртәбәле урындар яуларға, уңыштар теләйбеҙ.
Аҙна барышында, балалар баҡсаһының барлыҡ төркөмдәрендә аҙна темаһына ярашлы, төрлө алымдар ҡулланып дәрестәр утте.