1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт телендә халыҡ-ара диктант- 2025

Башҡорт телендә халыҡ-ара диктант- 2025

Апрель 28, 2025 Просмотров: 1200
26 апрелдә «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2025» белем биреү акцияһы сиктәрендә "Сулпылар" балалар баҡсаһы коллективы менән башҡорт телен иркен аралашыусылар өсөн диктант яҙыу ойошторолдо.
Диктант яҙыуҙың маҡсаты — башҡорт телен танытыу, белем алыуға, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Халыҡ-ара белем биреү акцияһының девизы «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Ҡатнашыусылар Миләүшә Ҡаһарманованың "Онотмаҫҡа" тип аталған тексы буйынса диктант яҙҙылар.
Халҡыбыҙҙың бар рухи байлығын сағылдырған, телебеҙгә бөтмәҫ һөйөү тәрбиәләгән, изге маҡсатлы күркәм сарала һәр кем әүҙем ҡатнашты.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
#СулпыларИҫкеСибай