1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Тема недели "Мой дом,мое село, моя Республика"

Тема недели "Мой дом,мое село, моя Республика"

Октябрь 10, 2025 Просмотров: 556
Көҙҙөң сыуаҡлы, матур аҙналы йәнле, йәмле генә үтеп бара. (06.10 -10.10)

Сираттағыса дүшәмбе көнө балалар баҡсаһының фойеһында башланып китте.

Был аҙнала уртансы төркөм тәрбиәләнеүселәре: Байгулова Р; Хиҙийәтов Р. тантаналы рәүештә дәүләт символдарын күтәрҙеләр.

Аҙна барышында һәр төркөмдә планға, темаға ,дәрес теҙмәһенә ярашлы дәрестәр үтә.

9.10. Баймаҡ ҡалаһының « Күбәләк » балалар баҡсаһында, шашка турниры үтте. Районыбыҙҙың ҡала һәм ауыл балалар баҡсаһынан 10 команда, 14 бала - бәйгесе «көс һынай». Беҙҙең балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре:

1 урын - Махмутова Язгуль;

. 2 урын - Набиуллин Дияр;

. 3 урын - Мухамадеев Айсар ;

. 4 урын - Хусаинов Батырхан

етәксеһе Утарбаева Әнисә Мисбах ҡыҙы командаһы уңыштарға өлгәшеп, I урын яулап алып ҡайттылар! Афарин !!! Балаларға тағыла буласаҡ район турнирында уңыштар, мәртәбәле урындар яуларға теләйбеҙ.

Шулай уҡ, 9 октябрь коллектив хеҙмәткәрҙәре, сәскә түтәлдәрен, б/б биләмәһен таҙалап, йыйыштырып рәткә килтереп ҡуйҙылар.

Балалар баҡсаһында 01.10 - 08.10 Республика көнөнә бағышланған « Я рисую мой Башҡортостан» бәйгеһе иғлан ителгәйне. 10 октябрь көнө бәйгелә ҡатнашҡан еңеүселәр билдәләнеп бүләкләнделәр.

Ял көндәренә Республика көнөн билдәләп үтәбеҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар! Барығыҙҙы ла төп дәүләт байрамы – Республика көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек, тыныслыҡ һәм татыулыҡ, бәхет һәм изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күктәребеҙ аяҙ, тыуған илебеҙ тыныс булһын! Республикабыҙҙың тыуған көнө менән!