Тема недели "Осенний урожай"
Октябрь 17, 2025
Просмотров: 598
Беҙҙең «Сулпылар» балалар баҡсаһында һәр дүшәмбе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының флагтарын күтәреү менән башланып китә. Был аҙнала дәүләт флагтарын тантаналы рәүештә күтәреү хоҡуғы мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә- Дәүләтсурина Рузана һәм Нәбиуллин Диярға бирелде.Был сара тәбиәләнеүселәрҙә илһөйәрлек, Тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә мөһим өлөшө булып тора. Беҙҙең балалар баҡсаһында был аҙна «Көҙгө уңыш» темаһына арналды. Һәр төркөмдә аҙна буйы ошо тҽмаға ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡорҙолар, мауыҡтырғыс уйындар уйнанылар, һүрәттәр төшөрҙөләр. Бөтә төркөмдәрҙә лә «Көҙ байрамдары гөрләп үтте. Шулай уҡ, ял көндәрендә Атайҙар көнө билдәләнә. Рәсәйҙә Атайҙар көнөн булдырыу тәҡдимен Хеҙмәт министрлығы индерә. Иҫтәлекле көн Рәсәй Президенты Путин В. В. указы менән раҫлана. Атайҙар көнөн 2021 йылдан башлап октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйбеҙ. Атайҙарҙың абруйын ҡеүәтләү өсөн булдырылған был дата быйыл 19-ына тура килә. Хөрмәтле, һөйөклө, хәстәрлекле атайҙар! Һеҙҙе ихлас күңелдән Атайҙар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар ,ул һәм ҡыҙҙарығыҙҙың ҡыуаныстарына һөйөнөп бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ