1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Тема недели "Наша родина- Россия"

Тема недели "Наша родина- Россия"

Ноябрь 1, 2025 Просмотров: 577
#ИҫкеСибайбалаларбаҡсаһы
#ДетскийсадСтарыйСибай
"Сулпылар" балалар баҡсаһында балаларҙа тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләү, тыуған ил символикаларына ныҡлы иғтибар биреп, патриотик рух тәрбиәләү - иң төп маҡсаттарҙың береһе.
Ошо матур эш аҙнаһы ла , балалар менән иркен залда йыйылып гимн тыңлау, флаг күтәреү менән башланып китте. Флагты күтәреү бурысы Ерьесов Вильдан менән Ирназарова Нүрзиләгә бирелде.
Балалар "Көҙ айҙарында хайуандар иле", "Бәшмәктәр һәм урман емештәре" темаларын нығытып, һүрәттәр эшләп, эшмәкәрлектәрҙә әүҙем ҡатнаштылар.
"Минең илем -Рәсәй".
Рәсәй - ул үҙ ғөрөф ғәҙәттәре , традициялары менән айырылып торған, төрлө милләт халҡын бер урында туплаған изге, бөйөк Ватаныбыҙ!
Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ошо теманы ла ситтә ҡалдырманылар. Улар өсөн патриотизм һәм гражданлыҡ бурысын тәрбиәләү, Рәсәй халҡының милли берлеген нығытыу, тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу өсөн мотлаҡ экологик тәрбиә биреү өҫтөндә әҙерләнгән дәрестәр бик ҡыҙыҡ, йөкмәткеле итеп алып барылды.















Оценили 0 человек